Башҡортостанда пенсионер 2 миллион һумға алданған

Башҡортостанда  пенсионер  2 миллион һумға  алданған

  Сибай полицияһы  енәйәт эшен тикшерә.  Июнь айында  72 йәшлек  ҡатынға Социаль фонд исеменән шылтыратҡандар, махсус хәрби операцияла  һәләк  булған  яугир өсөн түләү вәғәҙәләгәндәр.  Банк картаһының реквизиттарын алғандар, смс-кодты  әйтергә  күндергәндәр.  Ошонан һуң  Федераль именлек  хеҙмәте  исеменән шылтыратҡандар, дуҫ  булмаған дәүләттәргә  ярҙам  күрһәтеү менән  янап  булған аҡсаһын курьерға бирергә  өгөтләгәндәр.  Пенсионер  миллион  ярымын, шуға  өҫтәп  ярты  миллион һумлыҡ  кредит аҡсаһын курьерға  биреп сығарған.

Фото №1 - Башҡортостанда  пенсионер  2 миллион һумға  алданған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ