Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары гуманитар ылау алған. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллективы яҡташтарыбыҙға мышы итенән әҙерләнгән консервалар ебәргән. “Хәрбиҙәрҙең яуабы оҙаҡ көттөрмәне. Ир-егеттәр быҡтырылған мышы итен яратып ашаған. Республика һунарсыларына ҙур рәхмәт, дөйөм эшкә улар ҡушылды, ярҙам итте. Яугирҙарыбыҙҙы Еңеү менән тыуған яғыбыҙҙа көтәбеҙ”, - тип яҙған социаль елтәрҙә ведомство башлығы Нияз Фазылов.








