Балалар Ҡандракүл ярын таҙартҡан

Балалар Ҡандракүл ярын таҙартҡан

Туймазы районының Серафимовка махсус мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр һыу ятҡылығы тирәләй ярты километр биләмәне тәртипкә килтергән. Өмә “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы барышында ойошторолған.  Был турала Туймазы районы хакимәте башлығы Булат Мусин хәбәр итә. “Ҡыҙҙар һәм малайҙар 8 тоҡ пластик шешә, ҡаптар һәм башҡа сүп-сар тупланы. Ул эшкәртеүгә ебәрелде. Бындай саралар берләштерә, тыуған яҡты яратырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә. Изге эштә һәр кем ҡатнаша ала”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе.

Фото №1 - Балалар Ҡандракүл ярын таҙартҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ