“Спартак” спорт-һауыҡтырыу комплексында 90-ға яҡын белгес көс һынашты. Йөҙөү, дартс, ГТО нормаларын тапшырыу һәм башҡа спорт ярыштарында Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Ижади бәйгелә Туймазы үҙәк район дауаханаһы алдынғылыҡты алды. “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған сарала яңы идеялар тыуа, һөнәри бәйләнештәр нығый”,- тип билдәләне республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин.








