Радий Хәбиров Башҡортостанда ҙур балалар дауаханаһы төҙөлөшөнә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ҙур балалар дауаханаһы төҙөлөшөнә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бер рәттән мәғариф системаһын нығытыу, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу ҙа-республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында киләһе яҙма.

Башҡортостанда балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә заманса алымдар, юғары технологиялар ҡулланыла. Поликлиникалар төҙөкләндерелә, мобиль комплекстар һатып алына. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров кескәй пациенттар өсөн яңы медицина учреждениеһына ихтыяж юғары булыуын да билдәләне.

Социаль объекттар төҙөлөшө менән менән бергә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға ла айырым иғтибар бүленә. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә генә Башҡортостанда барлығы 44 проект еңеү яулаған, уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 3 млрд 800 млн һум йәлеп ителгән. Әлегә һигеҙ муниципалитеттағы йәмәғәт биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә көн тәртибенә сығарылды. Яңы уҡыу йылы яҡынлаша. Һәр йылдағыса августа уҡытыусылар кәңәшмәгә йыйыла, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте көсәйтеү буйынса саралар күрелә.

Республика Рәсәй ғилми фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ғына 79 ғариза хупланған, дөйөм финанслау күләме-578 млн һумға еткән. Яңы алымдар импортты алмаштырыу һәм юғары технологиялы эш урындары булдырыуҙа ярҙам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктең фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты гранттар йәлеп итеп, проекттарҙы томрошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле эшләй.

Башҡортостан Рәсәй ғилми фонды пилот проекты сиктәрендә дәүләт, бизнес һәм фән кооперацияһын яңыса ҡорған тәүге биш төбәк исемлегендә. Былтыр старт алған механизмға ярашлы, төбәк технологик бурыстар ҡуя, фонд конкурстар уҙғарып, финанстар менән тәьмин итә, ә индустриаль партнер аныҡ һөҙөмтә-макет, прототип йә технологияны билдәләй. Барыһы лы заказ биреүсе менән төбәк мәнфәғәттәрендә эшләнә.

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проекттар ғилми-технологик үҫеш дәүләт программаһы маҡсаттарына яуап бирә. 2030 йылға тиклем йәш ғалимдар иҫәбе 51 процентҡа тейеш. Шулай уҡ дүрт йөҙҙән ашыу яңы технологияны производствоға ебәреү ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ