Быйыл 1 сентябрҙән Рәсәйҙә милли валютаның яңы төрө киң ҡулланылышҡа сығарыла. Был турала оператив кәңәшмәлә Рәсәй банкының төбәк бүлексәһе-республиканың милли банкы идарасыһы Марат Кашапов хәбәр итте. Һанлы һум ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү менән бер рәттән файҙаланыла башлай. Йыллыҡ килеме 120 миллион һумдан күберәк булған банк һәм сауҙа компаниялары үҙҙәренең клиенттарына яңы валюта менән иҫәп асыу, аҡса күсереү һәм түләүҙәр башҡарыу мөмкинлеген бирергә тейеш. Ҡалған финанс ойошмалар һанлы һумға киләһе йылдарҙа күсә. Ғәҙәти банк транзакцияларынан айырмалы барлыҡ операциялар ҙа Рәсәй банкы платформаһында ойошторола. Был, тәү сиратта, кешеләрҙе комиссиянан азат итә, бизнес өсөн минималь тарифтар ҡуйылған. Яңы форма валютаһы менән ҡулланыу ирекле форматта ойошторола.






