Шул иҫәптән өс меңдән ашыуы социаль әһәмиәтле. Күпселек пациенттарҙа шәкәр, холестерин?әм ҡан баҫымы ауырыуҙарына хәүеф барлығы билдәләнгән. Һаулыҡ һаҡлау минис ры Айрат Рәхмәтуллин «Сәләмәтлек поезы» эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ведомство етәксеһе әйүененсә, табиптар 160 мең тикшереү уҙғарған. Тиҙ арала ярҙам талап ителгәндәрҙең барыһы ла үҙәктәргә өҫтәлмә тикшереүгә оҙатылған.






