Муса Гәрәев исемендәге Башҡортостан пилотһыҙ системалар батальонына яугирҙар туплау дауам итә

Дрон менән идара итеү подразделениеһына 18 алып 35 йәшкә тиклем урында ориентир билдәләй белгән йәки микросхемалар менән эш иткән перспективалы ир-егеттәр алына, ти Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Хәҙерге быуын йәштәре компьютерҙар, башҡа гаджеттар менән оҫта ҡуллана. Егеттәрҙең хәтере яҡшы, күҙҙәре үткер, бармаҡтары оҫта. Шуға күрә улар дрон менән яҡшы идара итә аласаҡтар. Әлеге ваҡытта подразделениеларҙа Башҡортостандан илһөйәр егеттәр, күп. Муса Гәрәев исемендәге Башҡортостан пилотһыҙ системалар батальонына 300 оператор талап ителә. Егеттәр менән инструкторҙар эшләйәсәк, яңы килгән хәрбиҙәрҙе бөтә нескәлектәргә өйрәтәсәк. Яу яланында штурмлаусылар һәм дрон менән идара итеүселәр тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға күрә хәрби бурыстар ҙа һөҙөмтәле хәл ителә. Республиканың пилотһыҙ системалар батальоны хәрбиҙәрҙе йыйыуын дауам итә. Һайлап алыу һәм хеҙмәт шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса батальон штабында йәки +7 995-948-65-41, +7 908-358-00-00 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ