Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 42 мәктәп ремонтлана

Шуларҙың 36-һы быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Эштәр әле 97 процентҡа тамамланған. Баш ҡалала иһә быйыл рекордлы һан-16 мәктәп беренсе сентябрҙе «яңы күлдәк»тә ҡаршы ала. Әле төҙөүселәр һуңғы эштәр менән мәшғүл. Уҡыу кабинеттарында яңы парталар, ултырғыстар уҡыусыларҙы көтә. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева Өфөнөң Солтан Бикәев исемендәге 116-сы мәктәбендә булды.

Парталар һәм ултырғыстар уҡыусының кәүҙәһенә ҡарап көйләнә. Уларға әле бер кем дә ултырып ҡарамаған. Мәктәп директоры үҙ тест үткәрҙе. Уңайлы, матур, яңы. Уҡыу бүлмәлре сағыу төҫтәрҙә. Уларҙың төҫөн мәктәп коллективы ата-әсәләр менән һөйләшеп һайлаған. Таҡта ла яңы, уны шылдырыу менән интерактив таҡта асыла.

Өфөлә 1962 йылда төҙөлөгән 116-сы мәктәпкә күптән капиталь ремонт үткәрелмәгән. Төҙөкләндереү быйыл ғинуар айында башланған. Авгусҡа тиклем подрядсы ойошма мәктәпте танымаҫлыҡ итеп яңыртҡан. Уҡыу кабинеттары, коридор, инженер селтәрҙәре тулыһынса ремонтланған, фасад хәҙер сағыу төҫтә, яңы кәртәләр ҙә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

654 кешегә иҫәпләнгән мәктәптә 1000 бала ике сменала белем ала. Ремонт ваҡытында башҡа мәктәптәрҙә уҡыған балалар беренсе сентябрҙә үҙҙәренең тыуған мәктәбен танымаҫ та әле. Капиталь ремонт «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында башҡарылған. Федераль программаға быйыл Өфөнән 16 мәктәп ингән.

Баш ҡалала ғына түгел, республика төбәктәрендә лә мәктәптәр өр-яңы төҫ ала.

Ишембай районы Тимашевка ауылы белем усағы 1 сентябрҙә яңыртылғандан һуң үҙ ишектәрен аса. Иллегә яҡын уҡыусы белем алған мәктәп тулыһынса төҙөкләндерелгән. Заманса шарттар тейешле кимәлдә уҡытыуға нигеҙ.

Яңы йыһаздар, ноутбуктар, спорт йыһаздары- заманса шарттар тейешле кимәлдә уҡытыуға нигеҙ.Күп кенә ауылдарҙа мәктәптәр ябылған мәлдә ауылда белем усағын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны ҡаланыҡынан кәм итмәй яңыртыу уҡытыусылар өсөн дә шатлыҡ. Әлмира Лапшева бында 2018 йылдан бирле эшләй.

Йәштәр һәм балалар милли проектына ярашлы республикала 42 мәғариф учреждениеһында капиталь төҙөкләндереү уҙғарыла. Уларҙа 20 меңгә яҡын бала уҡый.

Ремонт стеналарҙың төҫөн яңыртыу, яңы кафель, яңы йыһаздар ғына түгел, бындай белем усаҡтарында уҡытыуға шарттар ҙа үҙгәрә. Уҡыусыларҙа ла белем алыуға ынтылыш, ҡараш үҙгәрә. Белем биреү учреждениеларына тотонолған миллион һумдар киләсәк өсөн йәш быуынды әҙерләүгә йүнәлтелә, был маҡсат үҙ-үҙен аҡлаһын да, балалар уҡыһындар ғына.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ