«Аҡбуҙат» йәш таланттарҙы ҡанатландыра. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сценарий лабораторияһы йәнә уҡыуҙар ойошторорға йыйына. Тәүге сығарылыш күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Өфөнән Дилара Ғәлиеваның «Ҡояш-балыҡ» тип исемләнгән картинаһы мәҫәлән, сит ил компанияһы тарафынан хуплау тапҡан. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн яҡтар килешеүе лә төҙөлгән. Дилара Ғәлиева Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡытыусыһы булып эшләй. Физика-математика фәндәре кандидаты ижад менән дә булышырға ваҡыт бүлә. Күптәнге идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн «Аҡбуҙат» сценарий лабораторияһында махсус уҡыу үтә.
«Аҡбуҙат» сценарий лабораторияһы-ижади индустриялар, шул иҫәптән кино сәнғәтен үҫтереүҙә дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле икәнен күрһәткән сағыу проект. Ул 2024 йылда Башҡортостан башлығы гранттары конкурсында еңеп, уңышлы тормошҡа ашырыла һәм хәҙер яңынан старт аласаҡ. Ғаризалар 16 августан ҡабул ителә башлай. Уҡыуҙың йомғаҡлау өлөшөндә илдең әйҙәүсе продюсерҙары һәм мөхәррирҙәре алдында һынау тотоу ҡаралған. Проектта һәр кем ҡатнаша ала, сөнки ул Башҡортостан кино сәнғәтен үҫтереүҙең бер өлөшө булып тора.






