Аҙна башында республиканың һауа торошонда кинәт үҙгәрештәр күҙәтелде

Күпселек райондарҙа туҡтауһыҙ ямғырҙар яуҙы, һауа температураһы ғәҙәттәгенән күпкә түбәнәйҙе. Әммә аҙна уртаһына көндәр һиҙелерлек йылытасаҡ. Һауа температураһы төндә 8-13 тирәһе, көндөҙ 22- 27-гә тиклем күтәреләсәк. Йәйге йылы көндәр оҙаҡҡа бармаясаҡ. Аҙна аҙағына тәбиғәт әкренләп көҙгә әҙерләнә башлай, һауа температураһы яйлап түбәнәйә, ҡайһы бер төбәктәрҙә йәнә лә көслө ямғырҙар көтөлә, ти белгестәр.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ