Энергетика өлкәһендәге асыш: башҡорт инженерҙары үтә таҙа метан алыу технологияһын уйлап сығарған. Уның моляр массаһы 99,99% тәшкил итә. Был продукт айырыуса юғары технологиялы энергетика һәм сәнәғәт системалары өсөн кәрәк. Ҡатнашмаларҙың етешмәүе туранан тура ҡорамалдарҙың һөҙөмтәле эшенә тәьҫир итә. Проект мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙмала.
Шыйыҡландырылған тәбиғи газды тәрән таҙартыу технологияһы уйлап сығарылған. Буласаҡ завод проекты буйынса был йүнәлештә эш дүрт этапта башҡарылырға тейеш. Үтә таҙа метан алыуҙы сәнәғәт кимәленә сығарыу-төп бурыстарҙың береһе. «Технологик үҙаллылыҡҡа талаптар үҫешкән шарттарҙа был йүнәлештә эш айырыуса мөһим,» -тигән ҡарашта белгестәр.
Ғәҙәти шыйыҡландырылған тәбиғи газда 20 процентҡа тиклем ҡатнашмалар булыуы мөмкин. Айырым етештереү процестарында улар ҡорамалдарҙың микроканалдары тығылыуына, металл коррозияһына килтереүе ихтимал. Ә бына тәрән таҙартыу технологияһы буйынса алынған метанды төрлө тармаҡтарҙа файҙаланырға мөмкин, ҡорамалдарҙың техник торошона, ресурсына кире йоғонтоһо юҡ.
Газ таҙартыу буйынса сит ил технологиялары күпкә ҡиммәткә төшә һәм производствола башлыса күләмле ҡулайламалар файҙаланыла. Башҡорт инженерҙарының эше был йәһәттән күпкә отошлораҡ-сәнәғәт өсөн компакт мобиль вариант тәҡдим ителә. Завод модәлдәрҙән тора, майҙансыҡҡа килтерелгәндән һуң уларҙы тоташтырырға ғына ҡала. Әлегә үтә таҙа метан алыу технологияһы патент менән яҡланған, киләсәктә ул яғыулыҡ әҙерләү комплекстарын булдырыуҙа ла ҡулланылыуы мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина






