Компонент бүлмә температураһында 5 йылға тиклем һаҡлана ала. Бындай ысул Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡулланыла. Киләсәктә киптерелгән плазма менән ашығыс медицина ярҙамы һәм санитар авиация аптечкаларын йыһазландырыу планлаштырыла. Ҡан тапшырыу станцияһы хеҙмәткәре Илшат Әһлетдинов һөйләй.
Луиза Изикова хәүефле сирҙәр менән ауырыған балаларға ярҙам итә. Ул мохтаждар өсөн ҡан компоненттарын тапшыра.
Республика дауаханаларында йылдан-йыл ҡан күҙәнәктәренә ихтыяж арта. Ҡан ташырыу станцияһында йылына 35 тонна плазма ҡабул ителә.








