Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә эш теүәлләнгән. Миллион ярым тоннанан ашыу уңыш алынған. Машина-технология компанияһы һөҙөмтәле эшләй. Уның техника паркында бөгөн 100-ҙән ашыу комбайн бар. Улар барыһы ла баҫыуҙа. Машина технология компанияһы Росагролизинг менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә булдырылды.








