Хәрби берләшмә легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Батальонда 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр хеҙмәт итә ала. Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Артур Йомағужин:
Пилотһыҙ осҡостар ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәргә махсус хәрби операция ветераны статусы бирелә. “Беҙҙең штаб ял көндәрендә лә эшләй. Ҡыҙыҡһыныусылар күп”, - ти Артур Йомағужин.
Муса Гәрәев исемендәге батальонға һайлап алыу штабы Өфөлә Октябрь Революцияһы урамындағы 3-сө йортта урынлашҡан. башбат.рф сайтында хәрби хеҙмәт тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Белешмә өсөн элемтә телефоны: 122. Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.








