Радий Хәбиров математика лицей-интернаты төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө буйынса уҙғарылған күсмә кәңәшмә барышында чиновниктарға тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе. Фекер алышыу барышында объект буйынса һорауҙар барлыҡҡа килә, әммә аныҡ яуаптар ҡайтарылмай, тине төбәк етәксеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәғариф объекты 360 уҡыусыға иҫәпләнгән, алыҫ район-ҡалаларҙан килгән һәләтле балалар өсөн ятаҡ та ҡаралған. Төбәк өсөн мөһим мәғариф проекттарының береһе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.

Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Буласаҡ мәғариф учреждениеһына ҙур өмөттәр бағлана. Проект буйынса объекттың дөйөм майҙаны-22 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында төбәктең һәләтле уҡыусылары теүәл фәндәрҙе үҙләштерәсәк. Белем биреү программаһы 6-11-се кластар өсөн тәғәйенләнгән. Алыҫ райондарҙан килгән балалар йәшәү урындары менән тәьмин ителәсәк.

Башҡортостанда сығарылыш синыф уҡыусыларының 40 проценты Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда профилле математиканы һайлай, был ил кимәлендә иң яҡшы күрһәткес. Лицей төҙөү тәҡдиме менән дә уҡытыусылар үҙҙәре сыҡҡайны. Республика башлығы был башланғысты ил президентына еткерҙе һәм дәүләт етәксеһе проектты хупланы. Биләмәлә төҙөлөш эштәре былтыр августа башланды, ошо маҡсатта 3 млрд 700 млн һум йүнәлтелә, сумманың күп өлөшө федераль ҡаҙнанан. Әле төҙөүселәр стеналарҙы күтәрә, ҡыйыҡ эшләй, электр менән тәьминәт селтәрҙәрен һәм елләтеү системаһын монтажлай.

Математика лицей-интернатында белем алыу, фәнни асыштар яһау өсөн заманса шарттар булдырыу планлаштырылған, китапхана, ашхана, айырым спорт зонаһы ла буласаҡ. Төбәк етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың проект деталдәрен тулыһынса белмәүенә ризаһыҙлығын белдерҙе. Атап әйткәндә, министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, төҙөүселәр һәм проект етәкселәре спорт залдарының иҫәбе, йоҡо бүлмәләренең нисә урынға иҫәпләнгән булыуы тураһындағы һорауҙарға тулы кимәлдә әҙер булмауын күрһәтте. Аныҡ яуаптар ҡайтарылмай.

Башҡортостан башлығы республика өсөн мөһим төҙөлөш объектына етди ҡарарға ҡушты. Математика лицей-интернаты белем биреү системаһының флагманына әйләнергә тейеш, был стеналарҙа фән өсөн кадрҙар әҙерләү ҙә планлаштырыла. Сығарылыш уҡыусылары илдең технологик суверинететын нығытыуҙа, иҡтисадтың мөһим йүнәлештәрен үҫтереүҙә ҡатнашасаҡ, шуға күрә төҙөлөш этабында уҡ эшкә яуаплы ҡараш талап ителә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ