Башҡортостанда автомобиль юлдарын һаҡлау буйынса яңы программа әҙерләнә

Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә автомобиль юлдарын һаҡлау төбәк программаһы проекты ҡаралды. Документ буйынса ауырлыҡ-габарит контроле системаһын үҫтереү, айырым юл участкаларында һәм күперҙәрҙә өҫтәмә сикләү билдәләре һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү камералары ҡуйыу ҡаралған. Йөк ташыусылар менән юридик эште камиллаштырыу буйынса саралар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, билдәләнгән күләмдән артыҡ йөк ташыған өсөн оҙатыусы компаниялар өсөн дә яуаплылыҡ билдәләнгән. 1 сентябрҙән улар тураһында мәғлүмәт йөк ташыу буйынса электрон документтар дәүләт мәғлүмәт системаһында күрһәтелә башлай. Башҡортостан башлығы 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырырға планлаштырылған яңы программа проектын хуплап, документ буйынса эште дауам итергә ҡушты.

«Транспорт сәғәте»ндә ҡатнашыусылар Р-240 трассаһының Өфө-Стәрлетамаҡ участкаһын үҫтереү мәсьәләләренә лә туҡталды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда төҙөүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһын урап үткән 23 саҡрым юл участкаһын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү буйынса капиталь ремонт башлағайны. Бынан тыш, баш ҡаланан алып барлыҡ арауыҡта яһалма яҡтыртыу системаһы тергеҙелә, эштәр ноябрь башына тамамланырға тейеш

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ