Башҡортостанда һайлау алды агитацияһы уҙғарыу өсөн киң мәғлүмәт сараларында бушлай урын биреү буйынса йәрәбә ойошторолдо. Үҙәк һайлау комиссияһында йәрәбә һалыу тәүҙә сәйәси фирҡәләр, артабан бер мандатлы округтар буйынса үтте. Закон талаптары буйынса һайлау осорона республикала 116 киң мәғлүмәт сараһында-газета һәм журналдарҙа агитация алып барырға мөмкин буласаҡ. Алты телеканалда ла бушлай эфир ваҡыты бүленгән. Агитация кампанияһын 18 сентябргә тиклем алып барыу ҡаралған.






