Өфөлә күреү һәләте насар кешеләр өсөн спорт күнекмәләре ойошторола

Белем дә эстәйҙәр, сәләмәтлек тә нығыталар. Өфөлә Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһына йөрөүселәр өсөн аҙнаһына ике тапҡыр физик күнекмәләр ойошторола. Йога менән гимнастика, тәү сиратта, мускулдарҙы нығытыу, сыҙамлылыҡты арттырыу өсөн файҙалы. Проектты ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай инклюзив саралар социаль адаптацияға ла ярҙам итә.

«Инклюзив атлетика» программаһына ҡушылыу-уңышлы башланғыстарҙың береһе. Башҡортостанда спорт, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү буйынса тиҫтәнән ашыу клуб ойошторолған, уларҙың алтауһы Өфөлә урынлашҡан. Әле ноябрҙә үтәсәк «Инклюзив атлетика» төбәк фестиваленә әҙерлек алып барыла. Унда республиканан күреү һәләте насар булған 400-ән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.

«Инклюзив атлетика» проектына күберәк район-ҡалаларҙы йәлеп итергә теләйбеҙ. Әле муниципалитеттарҙа һөйләшеүҙәр алып барыла. Тәүмаҡсат-мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.

Милена Сәйетова, «Инклюзив атлетика» программаһы төбәк директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ