Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһы һәм Краснокама районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Хәрбиҙәр алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Генерал Шайморатов ордены менән билдәләнгән. Республика башлығы яугирҙарҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып дәүләт наградаһын тапшырҙы. Осрашыуҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалына уҡыу йорто менән 15 йыл етәкселек иткән Хәлил Әбүбәкеров исемен биреү тәҡдиме яңғыраны. Радий Хәбиров яугирҙың яҡындарының башланғысын хуплап документтар әҙерләргә ҡушты.
Республика башлығы Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы мемориалына сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Билдәле булыуынса, комплекста Иҫке Ҡабан һәм Таҡталасыҡ ауылдарынан фронтҡа киткән яугирҙарҙың исемдәре уйып яҙылған, тап был тораҡ пункттар урынында Ағиҙел ҡалаһы төҙөлгән. Мемориалдың уң яғында-«Тыл хеҙмәтсәндәренә мәңгелек хәтер» тигән яҙыу бар, ә һул яҡтан-ҡулында автомат тотҡан һалдат һынын күрергә мөмкин, уның артында «Һуғыш балаларына мәңгелек дан» тип яҙылған.






