Батырлыҡ һәм һөнәри бурыс: Бүздәк ҡыҙының алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте

Бүздәк районы ҡыҙы алғы һыҙыҡта яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән ҡаһарман яҡташыбыҙ-Ләйсән Ырғыҙованы Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләгәйне. Әле ул тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ул саҡта бәләкәй Ләйсән үҫкәс кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырмын тип уйламаған да. Мәктәпте тамамлағас, медицина колледжында белем ала. Уҡыу йортон тамамлағас, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының операция бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә башлай. 2024 йылда Ләйсән Ырғыҙова махсус хәрби операция биләмәһенә ирекмәндәр менән бергә бара. Ике аҙна ярҙам күрһәткәндән һуң, ситтә ҡала алмауын аңлап, контрактҡа ҡул ҡуя.

Ҡыҙыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның ярҙамы алғы һыҙыҡта булған яҡташ яугирҙар өсөн бик кәрәк, һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәре еткерәләр.

Фәнзил Ырғыҙов, Ләйсән Ырғыҙованың атаһы

Ләйсән Ырғыҙова ике йыл алғы һыҙыҡта яугирҙарға ярҙам итә. Ошо хеҙмәте өсөн Республика Башлығы Радий Хәбиров уны Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Бынан тыш, ун кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн төрлө ведомство наградаларына лайыҡ булған.

Илебеҙҙә Ләйсән Ырғыҙова кеүек йөрәк ҡушыуы буйынса алғы һыҙыҡҡа юлланғандар байтаҡ. Республиканан 50-гә яҡын табип Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хеҙмәт итә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы ҡарары менән Республика һуғыш ветерандары госпиталенә герой-медик Михаил Каменев исеме бирелде.

Беҙ оборона министрлығының баш медицина идаралығы менән тығыҙ бәйләнештә. Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яугирҙары тураһында уларҙан тик яҡшы фекерҙәр генә ишетәбеҙ. Татыулыҡ, тоғролоҡ, бер береһенә ярҙам итеү-медицина хеҙмәткәрҙәрен берләштергән төп сифаттар тип әйтер инем.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Ләйсән Ырғыҙованың һәм уның тиҫтәләгән коллегаларының тормошо-һөнәри бурыс һәм мәрхәмәтлектең ысын батырлыҡҡа әүерелеүенең сағыу өлгөһө. Алғы һыҙыҡта яугирҙарҙы ҡотҡарып, улар көн һайын үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Ә тыуған яҡта уларҙы көтәләр һәм хөрмәт итәләр.

Фидан Монасипов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ