Үҙе таштан, үҙе йомшаҡ. Өфө эшҡыуары яңы төр төҙөлөш материалы етештерә башлаған. Һығылмалы таштан эшләнгән был материал биналарҙы тыштан да, эстән дә ҡаплау өсөн тәғәйенләнә.
Утта янмай, ҡояш нурҙарынан төҫө ашалмай, һауаны үткәрә, ә һыуҙы юҡ. Азат Әсҡәт улы һығылмалы таштан яһалған төҙөлөш материалының тик ыңғай яҡтарын күрә. Тап шуға ла бер йыл элек Һарытауҙағы компаниянан технологияһын үҙләштереп уны етештереүгә тотонған. Мәрмәр онтағы менән ҡатнашма стеклохолст өҫтөнә ҡойола. Артабан тигеҙләгәндән һуң ике көнгә киптерергә ҡуйыла.
Производствола ике кеше эшләй. Яңы төр материал тураһында күптәр хәбәрҙар түгел, шуға ла әлегә заказдар ҙа самалы. Әммә эшҡыуар Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып тотонған эше менән танылырға өлгөргән. Төҙөлөш өлкәһе буйынса уҙған конкурста улар һығылмалы таш проекты менән өсөнсө урын алған.
Төҙөлөш материалы әлегә 14 төҫтә етештерелә. Эшҡыуар әйтеүенсә уны етештереү бер аҙ ҡатмарлы булһа ла, монтажлау еңел. Стеналарҙы биҙәкләү, йортто тыштан ҡаплау өсөн тотонорға була. Миҫалға Азат Ишдәүләтов үҙенең йортон күрһәтә. Йорт тулыһынса тыштан тап ошо материал менән көпләнгән. Йүнселдең төҙөлөш өлкәһендә егерме йыллыҡ тәжрибәһе бар. Маҡсаты етештереүҙе арттырыу һәм һығылмалы таштан эшләнгән материалды киң ҡулланышҡа индереү.
Рәмилә Исмәғилева






