Туймазыла Йәмәғәт палатаһы активистары халыҡ менән мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе

Балалар майҙансыҡтарын ремонтлау һәм дауаханаларҙа туҡланыу мәсьәләләре. Туймазы ҡалаһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы активистары халыҡ менән осрашып, социаль һәм бизнес-башланғыстар менән танышты. Махсус хәрби операцияға ярҙам, ирекмәндәрҙе дәртләндереү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса һорауҙар ҙа көн тәртибенә сығарылды. Шулай уҡ палата ағзалары урындағы социаль учреждениелар, шул иҫәптән 5-cе балалар баҡсаһы эшмәкәрлеген дә ҡараны.

Башҡорт теле кабинетында балаларға Башҡортостандың мәҙәни мираҫын өйрәтеү буйынса мөһим эш башҡарыла. «Урал батыр» эпосына арналған стендта эпос геройҙары ҡыҙыҡлы сюжеттар ярҙамында һынландырылған. Малай-ҡыҙҙарға был контент аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн тәрбиәселәр кабинетты дидактик материалдар, уҡыу әсбаптары, уйындар менән тулыландырҙы.

Ольга Гәрәева, Туймазы ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ