«Салауат Юлаев» Башҡортостан республикаһы кубогы өсөн икенсе матчта Тольяттиҙың «Лада» командаһынан еңелде. Осрашыу 3:6 иҫәбе менән тамамланды. Шулай ҙа тәүге миҙгел Кубогы өсөн көрәшергә өфөләрҙең мөмкинлектәре һаман да бар әле. Бының өсөн Хабаровскиҙың «Амур» командаһын еңергә кәрәк. Матч иртәгә уҙғарыла. Тура трансляцияны БСТ телеканалы күрһәтә.






