Яңы мәктәп 22 мең квадрат метр майҙанды биләй. Алты ҡатлы бинала заманса уҡыу корпустары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана була. Объект төҙөлөшө өсөн 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса тотонола. Белем биреү учрежденияһын киләһе йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. - Был мәктәп - белем алыуҙың юғары нөктәһе. Лицейға тотош республиканан һәләтле балаларҙы йыйырға теләйбеҙ. Ул фәнни кадрҙар, талантлы сығарылыш уҡыусылары әҙерләү урыны булырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.








