Республика Башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды

Республика Башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары менән осрашты. Унда Ағиҙел һәм Краснокама районынан хәрбиҙәрҙең ғаиләләре саҡырылды. Республика етәксеһе уларҙың яҡындарына Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Геройҙарҙың береһе – Хәлил Әбүбәкировтың ҡатыны мөрәжәғәт менән сыҡты. Яугир исемен Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалына бирергә тәҡдим итте. Хәлил Әбүбәкиров 15 йыл уҡыу йортон етәкләгән. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.

Республика Башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды

Республика башлығы ил именлеген һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың иҫкә алды. Еңеү паркындағы Бөйөк Ватан һуғышы мемориалына сәскәләр һалды.

Фото №1 - Республика Башлығы эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ