“Башҡортостан” полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана

“Башҡортостан” полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана

“Халыҡ фронты” ошондай башланғыс менән сыҡты. “Республикала йәшәүселәр яугирҙарыбыҙға ярҙам итә ала. Исемле хәрби берләшмәләрҙә яҡташтарыбыҙ хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн квадрокоптер, генератор, радиостанция, тепловизорҙар кәрәк. Һәр ярҙам мөһим. Хәйриә сараһына меңләгән кеше ҡушылһа, 100 һум аҡсанан да ҙур сумма туплана. Һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған техника алырға була. Башҡортостанда берҙәм халыҡ йәшәй. Улар кәрәк саҡта берләшә белә”, - тип белдерҙеойошманың төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Быйыл “Халыҡ фронты” вәкилдәре махсус хәрби операция биләмәһенә 70-кә яҡын гуманитар ылау оҙатҡан. Һалдаттарға 25 автомобиль, пилотһыҙ осҡостар, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү саралары, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, посылкалар тапшырылған.

Фото №1 - “Башҡортостан” полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ