Республика математика лицей-интернатында белем алыусылар быйыл октябрь айынан туплана башлай

Бөгөн Радий Хәбиров уҡыу  йорто  төҙөлөшө буйынса  кәңәшмә  уҙғарҙы. Лицей-интернатта 6-сы  кластан алып  һәләтле балалар белем  аласаҡ. Бында математика, информатика, программа яҙыу буйынса алдынғы уҡыусылар әҙерләнә. 2027-2028 йылғы уҡыу йылына  балалар махсус олимпиада  һөҙөмтәләре буйынса  туплана.  Ул  быйыл октябрҙә  старт ала. - Беҙҙең бурыс  һәләтле балаларҙы туплап, уларҙы уҡытып, белем кимәлен тағы күтәреп, республика һәм илдең математика элитаһын әҙерләү, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республика математика лицей-интернатында белем алыусылар быйыл октябрь айынан туплана башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ