Ошо көндәрҙә Мәҙәниәт министрлығында уларҙың ғаризалары ҡаралды. Ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов белдереүенсә, "Пушкин картаһы" йәш быуын һәм илдең мәҙәниәте араһындағы күпер булып тора. Театр, музыка һәм тарихты белем һәм матурлыҡ теле аша асыу мөмкинлеге. "Пушкин картаһы" йәштәргә бирелә. Карталағы биш мең һумды театр, кинотеатр, музей һәм күргәҙмәләргә билет алыу өсөн тотонорға мөмкин.








