Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөш майҙансығында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы

Ил президенты һәм мәғариф министрлығы тарафынан хупланған күләмле проект. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөш майҙансығында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса күтәрелгән объект Менделеев урамында урынлашҡан. Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнгән, 6-сы синыфтан балалар ҡабул ителәсәк, алыҫ район-ҡалаларҙан килеүселәр йәшәү урыны менән тәьмин ителәсәк. Быйыл октябрҙә лицейҙа уҡыуын дауам итергә теләгән мәктәп уҡыусылары өсөн махсус олимпиадаға старт бирелә. Шулай уҡ конкурс барышында шәхси ҡаҙаныштар портфолиоһы, психологик тест һөҙөмтәләре лә ҡарала. Педагог-остаздарҙан тәҡдим дә мотлаҡ.

Математика лицей-интернаты белем биреү системаһының флагманына әйләнергә тейеш. Ошо маҡсатта көслө педагогик состав туплау маҡсаты ҡуйылған. Профилле фәндәр буйынса олимпиада еңеүселәрен әҙерләгән тренерҙарға төп иғтибар йүнәлтелә. Уҡыу йортонда математика, информатика һәм программалау өлкәләрендә буласаҡ лидерҙәр әҙерләү ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ