Өфөлә ауыр тормош шарттарына ҡалғандар өсөн приютта яңы майҙансыҡтар асылды

Баш ҡалалағы ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән приютта яңы майҙансыҡтар эшләй башланы. Хәҙер унда тирмә формаһында китапхана һәм бушлай кейем магазины ла бар.

Марат Ғарипов социаль китапхананың иң тоғро уҡыусыһы. Китапҡа һөйөү баласаҡтан килә. Приютҡа ир икенсе төбәктән эләгә. Инсульт кисергәндән һуң, хәтере лә юғала. Бында ирекмәндәр Марат Ғариповҡа тиҙерәк һауығырға ярҙам итә, шул иҫәптән китаптар ярҙамында ла.

Тирмә-китапхана янында приютта йәшәүселәрҙе бушлай кейем менән тьәмин итеүсе магазин да бар. Кәрәкле кейем-һалымды приютҡа битараф булмаған кешеләр алып килә. Был ике бина ла хәйриәлек ярҙамында төҙөлгән. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ арҡаһында Сажиҙә Уразбахтина ла, ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар өсөн тәғәйенләнгән приютҡа күсергә мәжбүр була. Ханым 40 йылға яҡын уҡытыусы булып эшләгән, үҙенең балалары юҡ.

Был приютта документтарҙы тергеҙергә, өйгә ҡайтыр өсөн билеттар һатып алырға, юл сығымдарын ҡапларға ярҙам итәләр. Ваҡытлыса йәшәп тотрорға ла мөмкинлек бирелә. Ауыр тормош шарттарында ҡалыусылар өсөн приют былтыр ғына асылыуына ҡарамаҫтан, уның аша 100-ҙән ашыу кеше үткән. Әлбиттә, кешеләр бында яҡшы тормоштан эләкмәй, әммә бары тик приютта ғына улар тормошҡа ҡарашын үҙгәртә һәм үҙҙәрен был донъяла кәрәкле кеше булыуҙарына инана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ