Баймаҡ районында бронза дәүеренең серле ҡомартҡыһында ҡаҙыныу эштәре дауам итә

Баймаҡ районында, «Ирәндек» тарихи-археологик, ландшафт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә берләштерелгән, комплекслы археологик экспедиция эшләй. Белгестәр Бронза дәүеренең уникаль ҡомартҡыһы булған Селек нығытылған торағында ҡаҙыныу эштәре дауам итә.

Баймаҡ районының Байыш ауылы эргәһендә 2003 йылда Ирәндек комплекслы археологик-этнографик экспедиция ваҡытында бронза дәүеренә ҡараған, бик уникаль Селек торағын табалар. Тәүге ҡаҙыу эштәре 2021 йылда үткәрелде. Әлеге көндә эштәр дауам итә, сөнки боронғо ата-бабалар төйәгендә күп сер ятыуы археологтарҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

Быйылғы экспедицияла архиологтар һөйәк, көршәк, көнкүреш әйбер ватыҡтары кеүек ҡыҙыҡлы табыштарға юлыҡты. Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих бүлегендә белем алыусы Алмас тәүге тапҡыр бындай эҙләнеү эштәрендә ҡатнаша. Бында уны һәр нәмә ҡыҙыҡһындыра.

Ҡаҙыныу эштәренә республиканың төрлө төбәктәренән ирекмәндәр ҙә ҡушыла. Байыш ауылында йәшәүселәр ҙә ҡасандыр тормош ҡайнап торған тарихи урынды килеп ҡарайҙар-ти экспедиция етәксеһе. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовта тикшеренеү эштәре менән ҡыҙыҡһынды, археологтар менән яҡындан аралашты.

Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан Селек-формаһы һәм ҡоролошо буйынса башҡа ҡомартҡыларға: Арҡайым, Һынташҡа оҡшаш. Шуға күрә лә был урын археологтарҙың ҙур эшенең бер өлөшө булып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ