Юғары үтемле техникаға ихтыяж барлығын белдереп хакимиәт етәкселегенә «Мари» ҡушаматлы яугир мөрәжәғәт иткән. Алғы?ыҙыҡҡа юлланған «буханка» салоны буш ҡына бармай. Уның эсенә бензогенераторҙар, бысҡылар, иретеп йәбештереү аппараттары, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгән. Ә бына автомобилдең үҙен яугирҙарға Өфөлә йәшәүсе Рәмил Ғәниев биргән.






