Был турала бөгөн Радий Хәбиров Ишембайҙа педагогтарҙың август кәңәшмәһендә белдерҙе. - Беҙҙең республика "Профессионалитет" федераль проектына ярашлы булдырылған кластерҙар буйынса алдынғы төбәк, мәктәптәрҙе йыһазландырыу буйынса илдә өсөнсө урында, уҡыусылар олимпиадаһының финал этабында ҡатнашыусылар һаны буйынса лидерҙар исемлегендә. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре юғары. 210 эш 100 балл алды. Был һөҙөмтәләр күп йыллыҡ, эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Ошо эште дауам итәбеҙ. Киләһе йылда Республика математика лицей-интернаты асыла. Халыҡ-ара студенттар кампусын төҙөп бөтәкәндән һуң беҙҙең балалар фән һәм асыштар өсөн, олимпиадаларға әҙерлек өсөн яңы мөмкинлектәр аласаҡ, тине Радий Хәбиров.








