Ул бер нисә сараны берләштерә. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәткәре Ләйсән Ғаррапова.
Граждандар форумы барышында "Атайлыҡ даны" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү була. Быйыл йәмәғәт премияһы 35 иргә тапшырыла. Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина белдереүенсә, "Атайлыҡ даны" конкурсы ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә. Лайыҡлы ирҙәрҙе билдәләп кенә ҡалмайбыҙ, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән атайҙарҙың күп булыуын күрһәтәбеҙ. Бындай атайҙарға ярҙам итеү республиканың киләсәген хәстәрләү,” - тине Энже Әхмәҙуллина.








