Асҡын районында яңы мәсеттәр асылды

Асҡын районында яңы мәсеттәр асылды

Ғибәҙәт йорттары район үҙәгендә һәм Урмияҙ ауылында урынлашҡан. Уларҙы файҙаланыуға тапшырыу сараһында Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. “Асҡын ауылындағы мәсет “Нур” тип атала. Рухи үҙәк иман, берҙәмлек, традицияларға тоғролоҡ символы булыр. Халыҡты берләштереп торор. Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, уны киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итер”, - тип яҙған район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

Фото №1 - Асҡын районында яңы мәсеттәр асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ