Балтас районына - 96 йыл: тарихи дата байрам менән билдәләнде

Балтас районы ойошторолоуға 96 йыл тулды. Иҫтәлекле дата уңайынан район үҙәгендә тантаналы саралар үтте. Байрам көнөндә тарих һәм туған яҡты өйәрнеү музейы асылды, мемориаль комплекста һуғыш ҡорбандарына сәскә гөлләмәләре һалынды. Урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар Баллы Балтас йәрминкәһендә һыйланып, бай йөкмәткеле концерт ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Тарих һәм туған яҡты өйрәнеү музейы күп милләтле район өсөн көтөп алынған объект. Заманса музейҙы асыу тантанаһы итеп Балтас районы көндәре осраҡлы һайланмаған. Экспозицияларҙың тематикаһы район тарихына, ҡаҙаныштарына, Еңеүҙәренә һәм данлыҡлы шәхестәренә бағышланған.

Балтас районының рәсми ойошторолоу датаһы 1930 йылдар, коллективизация осоро менән бәйле. Республика райондары менән берлектә үҫешкән төбәктең Еңеүгә индерелгән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөйөк ватан һуғышына райондан 10 меңдән ашыу һалдат киткән, уларҙың байтағы туған яғына кире әйләнеп ҡайтмаған. Район улдары бөгөн дә ватан һағында-махсус хәрби операция яугирҙары хәрби бурысын үтәй, ветерандар балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҡатнаша.

Ауыл хужалығы Балтас районы иҡтисады нигеҙе. Ауылдарҙа малсылыҡ, һөтсөлөк йылдам үҫешә. Байрам уңайынан Иҫке Балтаста урындағы ҡул оҫталарының һәм ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтенә бағышланған йәрминкә ойошторолдо. Ҡунаҡтар районда етештерелгән татлы балдың һәр төрөн тәмләп, сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алды. Майҙанда ит, һөт продукцияһы, йәшелсә-емеш һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде.

Эшҡыуарҙарға районда бизнес алып барыу, үҫеш өсөн ярҙам саралары ҡаралған. Яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар һәм башҡа дәүләт ярҙамы күтһәтелә.. Айырыуса туризм тармағына күп яҡлы иғтибар бүленә. Төбәкте Пермь, Екатеринбург ҡалалары менән бәйләгән юл учатскаһында кафе, глэмпингтар төҙөлөшө көтөлә. Ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү эше план буйынса алып барыла.

Ил өсөн һынылышлы осорҙа иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан районда социаль йөкләмәләр теүәл үтәлә. Һуңғы биш йыл эсендә ауылдар араһында 80 cаҡрым юл яңыртылған. Районда йәш ғаиләләргә төпләнеү, һөнәри үҫеш, лайыҡлы шартарҙа йәшәү өсөн инфаструктура даими камиллаштырыла.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ