Башҡортостан стартаптар һаны буйынса Рәсәйҙә 7-се урынға сыҡты

16 мең яңы башланғыс-был һандар артында ҡыйыу идеялар һәм меңдәрсә кешенең ныҡышмалы хеҙмәте тора. Башҡортостан 2026 йылдың беренсе ярты йыллығында стартаптар һаны буйынса ил төбәктәре араһында 7-се урынға лайыҡ булды. Үҙ эшен асырға баҙнат итеүселәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Был ҡоролманы әле үк республиканың 15 фермаһы көтә. Һыйырҙарҙы һыуынға әҙерләүсе аппарат таҙалыҡты тәьмин итергә, һөт продукцияһының етештереүсәнлеген һәм сифатын күтәреүҙә ярҙам итәсәк. Һауынсылар өсөн дә «Асистем» алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булыр тип көтөлә. Әле ҡоролма һынауҙарҙың финалына еткән.

Һауынсы бер юлы яҡынса 5 һыйырҙың еленен йыуа ала. Артабан ҡулдар арый, сифат та кәмей. Беҙҙең аппаратта щеткалар билдәләнгән тиҙлектә әйләнә һәм таҙартыу ваҡыты 4 тапҡырға ҡыҫҡара.

Александр Кулагин, «Асистем» ойошмаһы генераль директоры

Ауыл хужалығы өлкәһенә индереләсәк яңы йыһаз Өфө дәүләт нефть техник университетның вуз-ара кампуста урынлашҡан стартаптар студияһында тормошҡа ашырыла. Киңлек йәш һәм идеялы замандаштарыбыҙҙы берләштерә. Әле студияла микрофлюидика, инжиниринг, нефть һәм газ сәнәғәте, яһалма зиһен һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар өҫтәндә эш алып барыла. Уларҙың дөйөм суммаһы 228 миллион һумға баһалана.

Стартаптар студияһының һәр резидентына төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ-ул патнет алыу булһынмы, грант яҙыумы, ниндәй һорау килеп сыға бергә хәл итәбеҙ. Шулай уҡ «Сколково» менән дә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Тикшеренеүселәр өсөн лаборатория, коворкинг-үҙәк эшләй.

Морат Әлмөхәмәтов, стартап студияһы менеджеры

Стартап менән махсус студияларҙа ғына түгел, өйҙә лә шөғөлләнергә мөмкин. Эмир Сакаев фекерҙәштәрен Юғары иҡтисад мәктәбе ойошторған кейс-чемпионаты сиктәрендә таба. Рәсәйҙең төрлө нөктәләренән йыйылған команда яһалма зиһен ярҙамында эшләүсе «мИИшка» йомшаҡ уйынсығын уйлап сығарған. Ул бала менән аралаша алыу, уның һорауҙарына яуап биреүҙән тыш, телмәргә лексик анализ яһай ала, төрлө уйындар, әкиәт тәҡдим итәсәк. Нейроселтәр психологтар күҙәтеүе аҫтында уйлап сығарылған. Йомшаҡ уйынсыҡ яҡын арала киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителәсәк, әммә проект әле үк 20 иң яҡшы идея исемлегенә ингән.

Проект та мин финанс аналитик ролендә. Баҙар шарттарын анализлайым, инвесторҙар эҙләйбеҙ. Шулай уҡ маҡсатлы аудитория, ата-әсәләр менән 460-тан ашыу интервью яҙҙырҙыҡ. Уларҙың 88 проценты йомшаҡ уйынсыҡты һатып алырға әҙербеҙ тигән яуап ҡайтарҙы.

Эмир Сакаев, «Миишка» проектының финанс аналитигы
Выборы 2026

Башҡортостан эшҡыуарҙар төбәге булараҡ үҙ позицияһын нығыта. Йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса республика теркәлгән стартаптар һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 7 субъкты иҫәбенә инде. Төбәктә бер юлы 16 мең яңы бизнес асылған.

Төбәк властары яңы стартаптар теркәүҙең юғары темптарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уларға тотороҡло предприятиеға күсергә ярҙам итеү бурысын ҡуя.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ