1991 йылдың 22 авгусында Мәскәүҙә Хөкүмәт йорто ҡыйығына аҡ-зәңгәр- ҡыҙыл төҫтәге байраҡ күтәрелә. Шулай итеп, 75 йылдан һуң ҡыҙыл флаг урынына Рәсәйҙең тарихи, 3 төҫтәге әләме ҡайта. Ил президенты 22 августы Рәсәй флагы көнө тип рәсми билдәләү тураһындағы указға 1994 йылда ҡул ҡуйҙы. Рәсәй флагы - беҙҙең ғорурлыҡ. Ул Бөйөк ил һәм беҙҙең еңеүҙәр символы. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә "Башҡортостан" полкы яугирҙарының видеояҙмаһы менән уртаҡлашты.








