Янғын хәүефе һаҡлана, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Ведомство етәксеһе Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, мал аҙығы әҙерләү, һунар ваҡытында ут сығыу осраҡтары йышая. Төп маҡсат янғынға ҡаршы режим үтәлешен тәьмин итеү. Быйыл республикала 18 урман янғыны булған, 91 гектарға зыян килгән. Һуңғы тәүлектә биләмәләрҙә ут сығыу осраҡтары теркәлмәгән.








