Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән үҫтереүселәр. Баймаҡ ҡалаһының шәхси йорттарында йәшәүселәрҙең күптәре ихаталарында иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем үҫентеләр, гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра. Кемдәр улар ҡала урамдарын гөл-баҡсаға әйләндереүселәр? Баймаҡ ҡалаһында эшләүсе коллегаларыбыҙҙан яҙма.
Үҙ йорт-ҡураһы менән йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ иртә яҙҙан баҡса мәшәҡәттәре менән йәшәй башлай. Уңған хужабикәләрҙең күптәре март-апрель айҙарында уҡ тәҙрә төптәрен тултырып помидор, борос, сәскә орлоҡтарын сәсә. Үҫентеләрҙе теплицаға сығарғансы бала тәрбиәләгән кеүек ҡарап, мәш килә улар. Күптәрҙең баҡсаһында бер түгел, икешәр теплица хәҙер. Бөгөнгө сюжетыбыҙ геройҙары Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе шәп баҡсасылар булараҡ билдәле булған уңған хужабикәләр.
Һөнәре буйынса биолог булған Әнисә Әминева баҡса үҫтерегә ярата. Быға хужабикәнең Сәйғәфәр ауылы мәктәбе участкаһында балалар менән бергә йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр үҫтереүе лә булышлыҡ иткән. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас ул яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Бигерәк тә сәскәләр үҫтерегә ярата.
Ихаталары ҙур түгел Әминевтарҙың. 7 сутый ерҙә Әнисә ханымдың тырышлығы күҙҙең яуын алып ултыра. Йәшелсәләрҙең кәрәклеһен генә үҫтерәбеҙ-ти хужабикә. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Бөтөн матурлығын биреп, тейешле кимәлдә сәскә атһын өсөн уларҙы тәрбиәләп, эшкәртереп, туҡландырып торорға һис тә иренмәй ул. Һәр бер гөлдәң холоҡ фиғелен өйрәнә, ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ һаҡлау нескәлектәр дә күҙ уңынан ысҡындырмай.
Бер нисә төр сортлы алма, сейә, слива, ҡарағат, виноград ағастары, тигеҙ рәт булып теҙелгән йәшелсәләр һәм әлбиттә һәр төрлө сәскәләр. Лилиә Ғәниева ла иртәнсәктән алып кискә тиклем баҡса менән булыша. Сөнки хәҙер бар нәмә өлгөргөн, һәр береһен эш итеп алырға кәрәк.
Лилиә Ғәниева менән Әнисә Әминевалар 20 йылдан ашыу күрше булып йәшәйҙәр.Улар ғаилә дуҫтары. Икеһе лә баҡса, ә бигерәк тә сәскәләр үҫтерергә ярата. Улар бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, төрлө сорттар менән бүлешә.
Сюжетыбыҙ геройҙары район китапханаһы янында эшләгән «Йылы осрашыуҙар» клубы ағзалары. Үҙҙәре кеүек баҡса үҫтерергә яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашып, орлоҡтар, үҫентеләр менән бүлешәләр. Тап ошондай кешеләрҙең тырышлығы һәм уңғанлығы менән тирә яғыбыҙ йәмләнә, йәшәүгә дәрт уяна.
Раушания Рәхимова






