Радий Хәбиров Благовещен халҡын ҡала көнө менән тәбрикләне

Благовещен ҡалаһы ойошторолоуға 270 йыл. Иҫтәлекле дата уңайынан урындағы халыҡты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Үҙәк майҙанда үткән тантанала төбәк етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Благовещенда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкерлеге менән танышты, капиталь ремонт талап ителгән гимназия бинаһын ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Благовещен ҡалаһында асылған балалар поликлиникаһында кескәй пациенттар заманса шарттарҙа ҡабул ителә. Теүәл диагностика өсөн аппараттар, узи, эндоскоп, экг, эхокардиография ҡоролмалары бар. Ике ҡатлы яңы бинала педиатрҙар, отоларинголог, эндокринолог, гинеколог, уролог, невролог һәм башҡа белгестәр ҡабыл итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышты.

Балалар поликлиникаһы сменаһына 725 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ауылдан килгән балалар өсөн тәүлек әйләнәһенә 200-ләп стационар урын йыһазландырылған. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән учреждение төҙөлөшөнә 436 млн һум һум аҡса йүнәлтелгән.

Благовещен ҡалаһына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров 1-се гимназия бинаһын ҡараны. 1969 йылда асылған белем йортонда тәҙрәләр, бинаның фасады яңыртылған. Шулай ҙа иҫке объектта капиталь ремонт үткәреү талап ителә. Дәүләт экспертизаһы проекты тикшереү үткән һәм оҙаҡламай бында төҙөлөш эштәре башланасаҡ.

Радий Хәбиров гимназияны модернизациялау өсөн федераль ярҙам бүленәсәген билдәләне.

Республика етәксеһе Благовещен ҡалаһы көнө уңайынан ойошторолған байрамда ҡатнашты. Ҙур сәнәғәт предприятиелары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе иғтибар үҙәгендә булды. Коллективтарҙы бөтә тамашасылар сәләмләне. Ҡаланың инвестиция потенциалын презентациялау өсөн оҫталыҡ дәрестәре, бизнес -осрашыуҙар үтте. Ҡала көнөндә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

Илһөйәрлек күргәҙмәһе-байрамдың әһәмиәтле өлөшө. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре, Окоп шәмдәре етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, кескәйҙәр һалдаттарға хаттар яҙҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ватан һаҡсыларына ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән аралашып уларҙың хеҙмәте өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.

Йәштәр өсөн асылған яңы скейт парк Благовещен ҡалаһының тағы бер ғорурлығы. Бында экстремаль спорт төрҙәрен яратыусылар, скейт, велосипедта трюктар эшләргә өйрәнгән малай-ҡыҙҙар йыйыла.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров гражданлыҡ йәмғиәте институты ағзалары менән осрашып көнүҙәк һорауҙар буйынса аралашты. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре иғтибарға алынды. Бар көстө Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һалырға, әммә шул уҡ ваҡытта социаль мөһим объекттар төҙөлөшөн туҡтатмаҫҡа тигән бурыстар ҡуйылды.

Флорида Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ