Өфөнөң Орджоникидзе һарайы алдындағы майҙанда сәскә байрамы уҙҙы

Көҙгө уңыш байрамында ҡала халҡы күңел асты, ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алды, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

Байрамдың биҙәге- фотобиләмәләр. Улар бай фантазия менән ҡоролған. Төрлө емештәр, гөлдәр араһында ҡунаҡтар иҫтәлеккә фотоһүрәткә төшә. Гөл-сәскәләр тейәгән машина иһә бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итте. Орджоникидзе һарайы янындағы майҙанда бындай байрам ойоштороу уҙған быуаттың 50-се йылдарында уҡ башланған.

Йәрминкәлә иһә республиканың төрлө төбәктәрендә үҫкән сәскәләрҙән йыйылған бал тәҡдим ителде. Йүкәнеке, сәскәнеке,ҡандала үләненеке- татлы уңышты ҡала халҡы һатып алып ҡыуанды. Хаҡтар балға һуңғы ике йылда үҙгәрмәне, тип билдәләй умартасылар. Баҡсасылар иһә йәшелсә һатты.

Һәүәҫкәр артистар ойошторған концерт та тамашасылар күңеленә хуш килде. Илһөйәрлек рухындағы йырҙар яңғыраны. Тормош сәскәләре- балалар дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Әйткәндәй, байрам ҡунаҡтары-Айҙар- театр студияһының балалар төркөмө быйыл сентябрҙән ҡалала йәшәүселәрҙе яңы миҙгелдә бейеү студияһында шөғөлләнергә саҡыра.

Балалар һәм үҫмерҙәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Күңелле уйындар ойошторолдо.

Байрам ҡунаҡтары өсөн ете майҙансыҡ эшләне. Уларҙан ете нотаны йыйыя алыусылар саранан бүләк менән ҡайтты.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ