Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел атлет Анна Теплова бронза наградаға лайыҡ булды. Ул Силәбелә ярыштарҙа 5 мең метрға йүгереүҙә финишҡа өсөнсө булып килде. Екатеринбургта уҡ атыу буйынса турнир тамамланды. Ҡатнаш командалар араһында ярыштарҙа Башҡортостандан Елизавета Боброва һәм Дмитрий Агуреев көмөш награда алды.








