Шулай уҡ уҡыу йортона ингән ерҙә билдәле ғалимға һәйкәл ҡуйыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Математика лицей-интернат төҙөлөшөн киләһе йылдың 1 сентябренә тамамлау планлаштырылған. Уҡыу йорто 360 уҡыусыға иҫәпләнә. Унда 6-сы кластан алып ҡыҙ һәм малайҙар белем ала. Эштәр “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы башҡарыла.








