Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Алғы һыҙыҡта хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн танк батальонын тәьмин итеү взводының хужалыҡ бүлексәһе командиры Павел Пстыга Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнһә, Алмаз Сафин исемендәге 3-cө мотоуҡсылар батальоны бүлексәһе командиры Рим Әмирхановҡа абруйлы дәүләт наградаһының миҙалы тапшырылды. Хәрбиҙәр Башҡортостан халҡына даими гуманитар ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров спорт гимнастикаһында халыҡ-ара еңеүгә өлгәшкән Полина Дмитриева менән уның тренеры Елена Ҡайғоловаға ла дәүләт наградалары тапшырҙы. Юниорҙар араһында Европа Чемпионаты Хорватияла ойошторолғайны, унда йәш спортсы дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал алды.






