Өфөлә дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакиадаһы үтте

Ул Рәсәй кимәлендә тәүге тапҡыр ойошторолған спорт сараһы. Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән төбәк этабында республика район-ҡалаларынан 21 команда көс һынашты. Башҡарма власть органдары, министрлыҡ, дәүләт комитеты һәм муниципаль берәмек вәкилдәрен берләштергән ярыштар киләһе йылдан даими ойошторолор тип көтөлә. Төбәк этабын уңышлы үткән команда Рәсәй кимәлендә республика данын яҡлаясаҡ. Ә илдең иң көслө командаһы йыл аҙағында билдәләнә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ