Механизатор Рәсим Шәйғәрҙәнов “Мәхийәнов” хужалығындағы алдынғы белгестәрҙең береһе. Ул бала саҡтан баҫыуҙа эшләп үҫә. Белем алып тыуған яғында төпләнеп ҡала. Сөгөлдөр сығарған ваҡытта ауыр йәрәхәтләнә һәм аяғын юғалта. Дауаланғандан һуң хеҙмәт юлын дауам итә. Уның 30 йылдан ашыу эш стажы бар. Бөгөн Рәсим Мәүлит улы тыуған яҡ баҫыуҙарында рапс һәм бойҙай сәсә.
Көслө рухлы замандашыбыҙ Рәсим Шәйғәрҙәнов менән коллегабыҙ Сәриә Рамазанова осрашты. Миәкәнән әҙерләнгән “Ҡанаттар” тапшырыуын 1 сентябрҙә тәҡдим итербеҙ.








