Бындай осраҡтар Ҡалтасы районы һәм Сибайҙа теркәлгән. Ут һүндерелгән. Быйыл 18 урман янғыны булған. 91 гектарҙан ашыу биләмә зыян күргән. 660 гектарҙан ашыу майҙанда ҡоро үлән янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны: 112.








