Рус драма театры 165-се юбилей миҙгеленә әҙерләнә

Рус драма театры артистарының йәйге ялы тамам. Актерҙар 165-се, юбилей миҙгелен асырға әҙерләнә. Башта тамашасылар апрелдә ҡуйылған заманса режиссура һәм драматургияның ижад лабораторияһында тыуған спектаклдәрҙе ҡарай аласаҡ. Августа Геннадий Шпаликовтың киносценарийы буйынса Галина Зальцман ҡуйған «Причал» спектакленең премьераһы була. Ә ноябрҙә репертуарҙы «Икәү» рок драмаһы тулыландырасаҡ.

Миңә театр өсөн яраҡһыҙ тексты алып, уны сәхнә ҡанундарына тап килтереү, туранан-тура әйтелмәгән һүҙ формаһы оҡшай. Бында ғәҙәтләнгән сәхнә форматынан тыш зал менән дә тығыҙ бәйләнеш буласаҡ.

Галина Зальцман, режиссер

Театрҙа иң йәш тамашасылар өсөн дә яңы сәхнә әҙәре ҡуйыла. Ул Петр Ершовтың «Конек-Горбунок» әкиәтенең яңы версияһы. 165-се миҙгелде рәсми асыу 18 сентябргә планлаштырылған.Был көндө тамашасы хөкөмөнә «Һөйөүсе 8 ҡатын-ҡыҙ» спектакле сығарыласаҡ. Уның эстәлегендә киҫкен сюжетлы тарих, тышҡы әҙәп артында серҙәр һәм ҡапма-ҡаршы ваҡиғалар йәшеренгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ